Файҙалы кәңәштәр
28 Апрель 2024, 06:00

Һуған үҫтерәһегеҙме?

Ни өсөн 20 бөртөк булһа ла, үҙ һуғаныңды үҫтереп ашау  отошло? Сөнки үҙегеҙ үҫтергән һуған көслө була, шуға организмға ла ныҡ файҙалы. Көслө булғас, магазиндан алғанға ҡарағанда бәрәкәтле була. Халыҡ медицинаһы менән дауалаусылар ҙа өй шарттарында үҫтерелгән һуғанды ҡулланырға ҡуша. Ә яҡшылап үҫтереү өсөн иң мөһиме түтәлде дөрөҫ әҙерләү...

Һуған яҡшы итеп ашлама индерелгән һәм дымландырылған ерҙе ярата, балсыҡлы урында насар үҫә. Уны элек ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, шалҡан, редис, сельдерей кеүек йәшелсәләр үҫкән ергә сәсеү отошло.

Орлоҡто сәсергә ике аҙна ҡалғас, түтәлдәр әҙерләгеҙ. Уларҙың бейеклеге 15 – 20 см булһын. Һәр квадрат метрға ярты биҙрә серетмә, торф-тиреҫ компосы, ике стакан ағас көлө һалығыҙ. Яҙ иртә килгән йылдарҙа, тупраҡ йылынғас, апрелдән дә ҡалмай һуған ултыртырға була. Шытыуҙы тиҙләтеү, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан ҡотҡарыу өсөн орлоҡтарҙы йылы һыуҙа йыуып, марганцовка иретмәһендә сылатып ( 2,5 литр һыуға ярты грамм алына), 40 градус йылылыҡта 20 минут тотоу шарт. Шунан һуң ике мәртәбә йыуып, орлоҡтарҙы бер аҙ һыуҙа тотоғоҙ. Һуған тупраҡҡа ике сантиметр тәрәнлектә ултыртыла. Орлоҡтар араһы биш сантиметр булыуы шарт. Тәүге айҙарҙа һыуҙы күп һибергә кәрәк. Ул ҡырауҙан ҡурҡмай. Был йәшелсәне һыйыр, ҡош тиҙәге, минераль ашламалар менән туҡландырыу яҡшы. Ер артыҡ ҡатып китмәһен, ваҡытында ҡыйын йолҡоп тороғоҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас