Файҙалы кәңәштәр
28 Апреля 2024, 04:50

Тәҙрәләр балҡып торһон

Һәр хужабикәнең үҙ ысулы, үҙ сере. Кемдер һыу менән генә йыуып ала, кемдер махсус шыйыҡсалар ҡуллана. Уксус, нашатырь спирты, глицерин да ярап ҡала...

Тәҙрәләр балҡып торһонТәҙрәләр балҡып торһон
Тәҙрәләр балҡып торһон

Уксус быялалағы таптарҙы бөтөрә. Уның менән йыуғандан һуң тәҙрәне бысратыусы бөжәктәр ҙә ҡурҡасаҡ. Бының өсөн 1 стакан йылы һыуға 50 мл уксус ҡушып болғатығыҙ. Уны пульверизатор менән быялаға һиптереп, тәҙрәне йомшаҡ сепрәк менән ҡоротҡансы һөртәбеҙ. 

Глицерин да тәҙрәләрҙе яҡшырта.  Бының өсөн 40 мл һыуҙы 60 мл глицерин менән бутағыҙ, 2-3 тамсы нашатырь спирты тамыҙып,  шул ҡатнашма менән тәҙрәләрҙе һөртөгөҙ.

Тәҙрәләребеҙ балҡып торһон!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас