Файҙалы кәңәштәр
28 Апрель 2024, 11:31

Лагман

Һурпа эсмәһәң тамаҡ туймай ти берәүҙәр. Икенселәре рәхәтләнеп спагетти ашар инем ти. Икәүһенә лә ярап була. Бының өсөн лагман бешерәйек. 

ЛагманЛагман
Лагман

Лагман бешереү өсөн ит, 1 баш һуған, 1 кишер, 2 картуф, 1 татлы борос, томат пастаһы йәки помидор, 2 теш һарымһаҡ, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр, май, һыу кәрәк була. 

Үҫемлек майына сиратлап итте, туралған һуғанды, кишерҙе, һарымһаҡты, картуфты, унан томатты, тәмләткестәрҙе һалабыҙ. 

Унан өҫтөнә һыу ҡойоп, бешеп сыҡҡансы һүрән утта тотабыҙ. 

Айырым кәстрүлдә спагетти бешереп алабыҙ һәм өҫтөнә йәшелсә һибәбеҙ.

Тәрилкәгә башта ашты ҡоябыҙ, унан өҫтөнә спагетти һалабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас