Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
21 Апрель 2024, 05:15

Бик файҙалы сөйәл үләне лә ҡалҡты

Сөйәл үләне шештәргә ҡаршы яҡшы сара, ул инфаркт һәм инсульттан һуң ҡалған яраларҙы яҡшы уңалта. Был осраҡта...

Сөйәл үләне шештәргә ҡаршы яҡшы сара, ул инфаркт һәм инсульттан һуң ҡалған яраларҙы яҡшы уңалта. Был осраҡта 1 ҡалаҡ сөйәл үләненә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут термоста тоторға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 2-шәр ҡалаҡ эсергә.

Сөйәл үләне төнәтмәһе кесерткән һәм календула менән бергә шеш күҙәнәктәренең таралыуын тотҡарлай. Үләндәрҙе үлсәп, бер тигеҙ миҡдарҙа алырға һәм ваҡлап, бергә ҡушырға. Төнәтмәнең 1 ҡалағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтергә.

Иртәнсәк ас ҡарынға яртыһын эсергә, ҡалған ярты стаканды киске аштан алда эсеп бөтөрөргә. Сөйәл үләненең һутын һығып, сөйәл, кандилома, полип, парадонтоз урындарын яндыралар. Бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары булғанда ла ҡулланалар, күҙгә аҡ төшкәндә, күҙ бысыйланғанда тамыҙалар, һыҙлаған тешкә һалалар.

Йыуан эсәк полипы булғанда 50-60 грамм һыуға 5-7 тамсы сөйәл үләне һутын тамыҙып, төнгөлөккә клизма ҡуялар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас