Был торошто икенсе төрлө хроник арығанлыҡ синдромы, тип тә йөрөтәләр. Һәр сирҙең үҙ дауаһы була.
Был сирҙән дә халыҡ медицинаһы дауа уйлап тапҡан. Шуларҙың өсәүһен тәҡдим итәм:
1. Бер стакан таҙартылған грек сәтләүеге, шул уҡ миҡдарҙа бал һәм лимон ал. Сәтләүекте онта, лимонды ваҡ итеп тура. Унан берәй һауытҡа һалып, өҫтөнә шыйыҡ балды ҡой.
Был дауаны көнөнә 3 тапҡы берәр аш ҡалағы алып, көнөнә 3 тапҡыр 2 аҙна ҡабул итергә.
2. Яңы ғына һығылған виноград һутын ашар алдынан 2-шәр аш ҡалағы эс.
3. Хроник арығанлыҡты ҡарағай энәләре лә бөтөрә. Урманда йыйылған «энәләрҙе» йыуып, духовкала 15 минут дауамында киптер. Унан 200 мл ҡайнар һыуға һал. Һүрән утта 30 минут ҡайнатып, берҙ һыуынғас төрөп 1 сәғәт төнәт.
Аҙаҡ 3 аш ҡалағы бал һалып йәнә 1 сәғәт төнәт.
Әҙер дауаны йоҡлар алдынан 1 сәғәт алда эс
Дауаланыу курсы – 10 көн.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.