Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Апрель , 20:50

Бик тәмле суфле

Ял көндәрендә тәмле, тиҙ һәм еңел генә яһалған суфле менән яҡындарығыҙҙы ҡыуандырығыҙ. Уны балалар ҙа ярата.

Бик тәмле суфле
Бик тәмле суфле

Ял көндәрендә тәмле, тиҙ һәм еңел генә яһалған суфле менән яҡындарығыҙҙы ҡыуандырығыҙ. Уны балалар ҙа ярата.

Бер стакан (250 г) йылы һыуға 20 грамм желатин hалып болғайбыҙ һәм бүрттерергә ҡуябыҙ. Икенсе һауытҡа 20 процентлы 500 грамм ҡаймаҡ һәм 1 стакан шәкәрҙе hалып болғайбыҙ . Желатинды утҡа ҡуйып, иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ һәм эҫе килеш ҡаймаҡ өҫтөнә ҡоябыҙ. Шунан ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ.
Шәкәре ирегәнсе һәйбәтләп болғайбыҙ. Төрлө еләк-емеш, сәтләүек һалырға була. Һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: