Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Апрель , 20:45

Юғары ҡан баҫымы яфалаһа...

Беләһегеҙме, юғары ҡан баҫымынан нимә ярҙам иткәнен? Ябай ғына тоҙ!    Нисекме?    Бының өсөн 60-70 градусҡа тиклем йылытылған 250 мл һыу һәм 2 балғалаҡ тоҙ кәрәк була. Онотоп торам, шулай уҡ яһыраҡ марля ла әҙерләп ҡуйығыҙ.    Башланыҡ! 

Юғары ҡан баҫымы яфалаһа...
Юғары ҡан баҫымы яфалаһа...

Беләһегеҙме, юғары ҡан баҫымынан нимә ярҙам иткәнен? Ябай ғына тоҙ! 

Нисекме? 

Бының өсөн 60-70 градусҡа тиклем йылытылған 250 мл һыу һәм 2 балғалаҡ тоҙ кәрәк була. Онотоп торам, шулай уҡ яһыраҡ марля ла әҙерләп ҡуйығыҙ. 

Башланыҡ! 

Тоҙҙо һыуға һалып, эретеп алабыҙ. Ошо әйткән миҡдар менән эшләһәгеҙ, 8 процентлы иҙмә килеп сыға. 

Иҙмә һыуынған арала марляны 8 ҡатлап бөкләп әҙерләй торабыҙ. Марляның иңе маңлай киңлегендә, оҙонлоғо башты уратып алырлыҡ булһын. 

Хәҙер марляны тоҙло иҙмәгә тығып алабыҙ ҙасаҡ өына һығабыҙ. Артыҡ һыу кәрәкмәй. Унан башты уратып алабыҙ. 

Был марля шыуып төшмәһен өсөн яулыҡ йә таҫтамал менән нығытып ҡуйырға кәрәк. Бынан һуң эш ҡала, тип сабып йөрөмәгеҙ, ятып тороғоҙ. Эш ҡасмаҫ!

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: