Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Апрель , 18:30

Ҡул аҫтындағы ашлама

Тиреҫ, серетмә булмағанда иң яҡшы органик ашлама – үлән төнәтмәһе. Бының өсөн сүп үләндәрен (иң яҡшыһы – кесерткән) турайҙар ҙа пластмасс йә ағас мискәләргә яртылаш тултыралар, өҫтөнә һыу ҡоялар һәм ябып ҡуялар. Әсегән саҡта ул күперә, шуға ла мискәне тултырмаҫҡа, 10 сантиметр самаһы ҡалдырырға кәрәк...

Тиреҫ, серетмә булмағанда иң яҡшы органик ашлама – үлән төнәтмәһе. Бының өсөн сүп үләндәрен (иң яҡшыһы – кесерткән) турайҙар ҙа пластмасс йә ағас мискәләргә яртылаш тултыралар, өҫтөнә һыу ҡоялар һәм ябып ҡуялар. Әсегән саҡта ул күперә, шуға ла мискәне тултырмаҫҡа, 10 сантиметр самаһы ҡалдырырға кәрәк. Ҡатнашманы көн һайын болғатып торалар – йыйылған һауа сыға. Был саҡта һаҫыҡ еҫ таралмаһын өсөн, бер нисә тамсы валериана тамыҙырға мөмкин. Ике аҙнанан ҡатнашма күпереүҙән туҡтай – әсеү мәле тамамланды, йәшел ашламаны ҡулланырға мөмкин. 10 литр һыуға был ҡатнашманы бер литр иҫәбенән ҡушалар һәм үҫемлектәрҙең төбөнә һибәләр. Помидор, кәбеҫтә, ҡыяр, сельдерей өсөн йәтеш. Ашлама фасоль, борсаҡ, һуғанға һибеү өсөн тап килмәй.

Көл – бик яҡшы ашлама. 10 литрлы биҙрәгә бер стакан көл һалып, бер көн ултырталар. Һарҡындыһын ҡыяр, помидор төбөнә һибәләр, һауыт төбөндә ҡалған көлдө ҡурай еләге тирәһенә һалалар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: