Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Апрель , 18:00

Һоло кеҫәле

Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы. Ул хатта үттәге, һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай, ҡан тамырындағы холестеринды кәметә. Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә...

Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы. Ул хатта үттәге, һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай, ҡан тамырындағы холестеринды кәметә. Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә.

Кеҫәлде әҙерләү өсөн 1 стакан һоло ярмаһын, 5 стакан һыу кәрәк. Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ һәм шыйыҡ кеҫәл ҡуйылығында булғансы ҡайнатабыҙ. Унан һөт өҫтәп, йәнә ҡайнатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушып болғатабыҙ (тәменә ҡарап аҙыраҡ йә күберәк алырға мөмкин). Әҙер кеҫәлде көн дауамында үҙегеҙ теләгәнсә ашағыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!


Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: