Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Апрель , 10:45

Дегәнәк һутын эсә башларға ваҡыт

Ҡар иреп бөтөү менән баҡсамда килеп сыҡҡан дегәнәккә иң нығы ҡыуанам. Бик файҙалы бит ул! Юҡҡа ғына сит илдәрҙә уны махсус рәүештә сәсеп, плантацияларҙа үҫтермәйҙәр. Ә беҙҙә бына, аяҡ аҫтында ғына! Иртә яҙҙан көҙгә тиклем уның һутын эсеп организмдағы шештәрҙе профилактикалау, уларҙы юҡ итеү өсөн рәхәтләнеп эсергә һәм таҙарынырға була. Ул шулай уҡ ҡанды, бауырҙы таҙарта, тирене йәшәртә. Әле ҡалҡып сыҡҡан дегәнәк япраҡтары иң һутлыһы ла... 

Дегәнәк һутын эсә башларға ваҡыт
Дегәнәк һутын эсә башларға ваҡыт

Дегәнәк һутын хәҙер әҙерләп алырға була. Был бик көслө таҙарыныу үләне. Ул эстәге төрлө шештәрҙе кәметә, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан, эсәктәрҙе таҙарта. Тик таштары булған кешегә уны бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Бик әҙләп башлап үҙегеҙҙе нисек тойоуға иғтибар бирегеҙ.

Онкология ауырыуҙары менән ауырығандарға дегәнәк һутын ике сәғәт һайын икешәр сәй ҡалағы эсергә, бер айҙан тикшерелергә, әгәр ыңғай үҙгәрештәр булһа, бер аҙна ял итергә һәм тағы бер айлап дауам итергә. 

Йыйған дегәнәк япраҡтарын 5-6 сәғәткә һалҡын һыуға һалып торорға. Унан ит турағыс аша үткәреп, һутын һығып алырға. Йәки һут һыҡҡыс аша эшләп алырға. 

Көнөнә бер сәй ҡалағынан башлайбыҙ. Ас ҡарынға! Һутты эскәндән һуң  ярты сәғәт  бер нәмә эсергә лә, ашарға ла ярамай. Ныҡ әсе булһа ҡалаҡ осонда бал ҡабығыҙ. Әкренләп көнөнә өс мәртәбә эсеүгә күсәбеҙ. Быға тиклем һутты эсеп өйрәнгәндәр көнөнә өс мәртәбә берәр аш ҡалағы эсә ала.  Дауаланыу курсы бер ай. 

Әҙер һут һыуытҡыста ике көн һаҡлана. Әгәр оҙағыраҡ һаҡларға уйлаһағыҙ, уны 1/1 итеп бал менән бутап алығыҙ. 

Һау-сәләмәт булайыҡ! Аяҡ аҫтында үткән мөғжизәле үләндәрҙе тапап үтмәйек!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: