Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Апрель , 17:47

1 стакандан бауырың таҙарыр

Бауыр кеше һаулығында мөһим роль уйнай. Шуға ла уны таҙа тотоу кәрәк.    Был рецепт буйынса эшләнгән эсемлек уны таҙа тотор. Эшләп ҡарайбыҙмы?   1 ус бөтнөк, 2 лимон һуты, 1 әфлисун һуты, 2 аш ҡалағы юал, 2 литр һыу әҙерләп ҡуяйыҡ. 

1 стакандан бауырың таҙарыр
1 стакандан бауырың таҙарыр

Бауыр кеше һаулығында мөһим роль уйнай. Шуға ла уны таҙа тотоу кәрәк. 

Был рецепт буйынса эшләнгән эсемлек уны таҙа тотор. Эшләп ҡарайбыҙмы?

1 ус бөтнөк, 2 лимон һуты, 1 әфлисун һуты, 2 аш ҡалағы юал, 2 литр һыу әҙерләп ҡуяйыҡ. 

Унан бөтнөк япраҡтарын йыуып, һыуға һалабыҙ ҙа ҡайнатырға ултыртабыҙ. 10 минут ҡайнағандан һуң утты һүндереп, төнәтергә ҡалдырабыҙ. 

Хәҙер инде лимон, әфлисун һуттарын һығып алабыҙ. Лимондың цедраһын да ҡалдырмайбыҙ. Ярты балғалаҡ итеп ҡырабыҙ. Барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ. 

Был циртрус ҡушылмаһы менән бөтнөк төнәтмәһе бауырҙы таҙартырға ярҙам итә. Ә бал уға ял бирә. 

Әҙер төнәтмәне көнөнә 1-әр стакан эсегеҙ. Шунда уҡ еңеләйеп китерһегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: