Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Апрель , 08:55

Тишек нәскей пекин кәбеҫтәһенә кәрәк

Ә нимәгә икәнлеген һәм был кәбеҫтәнең үҙенсәлектәре тураһында сайтҡа инеп уҡығыҙ)

Тишек нәскей пекин кәбеҫтәһенә кәрәк
Тишек нәскей пекин кәбеҫтәһенә кәрәк

Теплицағыҙ әлегә бушмы? Унда бер айҙа өлгөргән кәбеҫтәне үҫтереп алырға була.  Был төр кәбеҫтә 15 градуста үҙен яҡшы тоя, тик төндәрен 7-8-ҙән төшөрлөк булмаһын. Уның төп үҙенсәлеге шунда: тиҙ өлгөрә. Бер ай эсендә үк салатҡа өҙә алаһығыҙ. Тик шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ: башҡа культураларға һымаҡ уҡ, уға ла минераль ашламаларҙы йәлләргә ярамай. Сәскәндә рәт араларын — 25, ә үҫентеләрҙекен 8–10 сантиметр итеп ҡалдыралар.

Кәбеҫтәләргә нәскей кейҙереп ҡуйыу уны зарарлы бөжәктәрҙән һаҡаясаҡ, утауы, тәрбиәләүе лә еңел буласаҡ. Мул уңыштар һеҙгә, хөрмәтле баҡсасыларым!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: