Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Апрель , 21:05

Был ике әйбер һәр йортта булырға тейеш...

Йод һәм фольга бик күп ауырыуҙарға дауа булып тора. Хатта дарыу ҙа кәрәкмәй...

Был ике әйбер һәр йортта булырға тейеш...
Был ике әйбер һәр йортта булырға тейеш...
Тәү ҡарамаҡҡа бик сәйер күренгән был ысулды бик күптәр инҡар итер. Әммә тире һәм умыртҡа һөйәген дауалау өсөн тап ошо ике әйбер етә лә инде.

Йод һәм глицерин радикулиттан дауалай
 
Умыртҡа һөйәгенең ауыртыуына зарланмаған кеше һирәктер, моғайын. Күп кенә дарыуҙар ярҙам итмәү генә түгел, хатта зыянлы ла булыуы ихтимал. Был ысул ысындан да ярҙам итәсәк. Нисекме?
 
Бының өсөн ҡарараҡ төҫтәге быяла шешә лә кәрәк була. Йода менән глициринды бер үк миҡдарҙа алығыҙ һәм яҡшылап бутағыҙ. Унан әҙерләп ҡуйған шешәгә ҡойоғоҙ. Дарыу әҙер. (Шешә ҡояш нурын үткәрмәҫкә тейеш. Авт.)
 
Мамыҡты әҙер ҡатнашмаға манып алығыҙ һәм арҡағыҙға тулыһынса һөртөгөҙ. Ә бына умыртҡа һөйәгенә был ҡатнашманы һөртөргә ярамай. Файҙаһын күмәҫһегеҙ. Йәғни ауыртҡан урындың тирә-яғын ғына эшкәртер кәрәк булыр. Был радикулиттан да ярҙам итер. Әйткәндәй уны шулай уҡ ыуырға ла ярамай. Ни бары мамыҡ ярҙамында ипләп кенә һөртөү кәрәк. Унан йылы юрғанға төрөнөп йоҡлап алығыҙ. 15 көн дауамында ошолай һөртөнөп ятҡанда ауыртыуҙан һәм һыҙланыуҙан ҡотолоп ҡалмаҫһығыҙ, һауығырһығыҙ ҙа.
 
 
Фольга менән дауаланыу
 
Фольга ярҙамында дауаланыу тураһында тәүге тапҡыр билдәле табип Вильгельм Рейх яҙып сыҡҡайны. Табип фекеренсә, фольга ярҙамында радикулит һәм подаграны дауаларға мөмкин.
 
Фольганың ялтыр яғын ауыртҡан урынға һалығыҙ. Ошолай иткәндә һыҙлаған урындан килгән тулҡындар фольга менән бәрешеп, кире элекке урынына ҡайта. Бер туҡтауһыҙ булған хәрәкәт тиҙҙән һыҙланыуҙы баҫыр.
 
Фольганы ауыртҡан йә һыҙлаған урынға йәбештереп ҡуйып, үҙегеҙ яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнә алаһығыҙ.
 
Үксәне тәрбиәләйек...
 
Күптәрҙең үксә тиреһе ярылып, ҡатланып тора. Шунлыҡтан аяҡ "һаһыҡ" була.
 
Водород перекисы халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгәндәрҙе яратҡан препараты. Тасҡа һыу ҡойоп, бер аҙ перекись өҫтәгеҙ. Был һыуға аяҡтарығыҙҙы тығып ултырығыҙ.
 
Тиҙҙән үксәгеҙ тиреһешымарып ҡалғанын тойорһоғоҙ. Пемза менән ышҡып йыуғандан һуң балалар өсөн тәғәйен крем һөртөп ҡуйыҡыҙ.
 
Алма һеркәһен глицерин менән бутап эшләнгән ҡатнашма ла ярҙам итә. Тик был юлы ҡатнашмала аяҡтарығыҙҙы 20 минут тотҡан һуң алма һеркәһе менән глицирин ҡатнашмаһы менән аяҡтарығыҙҙы эшкәртегеҙ. Унан полиэтилен менән уратып, өҫтөнән ойоҡбаш кейегеҙ. 
3-4 сәғәттәй үҙ эштәрегеҙ менән булышып йөрөп тороғоҙ. Аҙаҡ полиэтиленды ысҡындырып алығыҙ.
Был ысулдар осһоҙ булыуы менән айырылып тора. Һөҙөмтәһе тәүге ҡулланыуҙан һуң уҡ һиҙелә башлай. 
Һау-сәләмәт булығыҙ! 
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: