Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Апрель , 12:03

Иң тәмле бауырһаҡ

#рецепт Төшкө ашҡа ошолай итеп тәмлекәс бешереп була.  Бының өсөн 400 мл кефир, 400 гр он, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 ҡап ванилле шәкәр, 12 гр тоҙ, үҫемлек майы (бешереү өсөн) кәрәк була. 

Иң тәмле бауырһаҡ
Иң тәмле бауырһаҡ

#рецепт

Төшкө ашҡа ошолай итеп тәмлекәс бешереп була. 

Бының өсөн 400 мл кефир, 400 гр он, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 ҡап ванилле шәкәр, 12 гр тоҙ, үҫемлек майы (бешереү өсөн) кәрәк була. 

 

Табаҡҡа кефир ҡоябыҙ. Уның өҫтөнә йомортҡа һытабыҙ һәм тоҙ, шәкәр, ванилин өҫтәп болғатабыҙ. Хәҙер инде он иләп, разрыхлитель ҡушып ҡамыр баҫырға ғына ҡалды. 

 

Ҡамыр әҙер. Тәрән табаға май ҡойоп ҡыҙҙырабыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙы балғалаҡ менән алып ҡыҙған майға төшөрәбеҙ. 

Алтын төҫөнә ингәнсе уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта бешерәбеҙ. Һөҙөп алабыҙ ҙа артыҡ майын ҡағыҙ таҫтамалға һеңдерәбеҙ. 

Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: