Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Апрель , 12:40

Иң шәп ысулдарҙың береһе

Бөтә ағзаларҙағы елһенеүгә ҡаршы - үт ҡыуығында холецистит, хроник панкреатит, шәкәр диабеты, ауыҙ ҡыуышлығындағы стоматит, парадонтоз, гингивит осраҡтарында, аш һеңдереү ағзаларында тайпылыш - эс киткәндә, ташҡанда, ағыуланыу осрағында, эсәктә ҡорттар булғанда ла - уҫаҡ ҡайырыһын уңышлы ҡулланырға мөмкин. Төнәтмәне нисек эшләргә?

Бөтә ағзаларҙағы елһенеүгә ҡаршы - үт ҡыуығында холецистит, хроник панкреатит, шәкәр диабеты, ауыҙ ҡыуышлығындағы стоматит, парадонтоз, гингивит осраҡтарында, аш һеңдереү ағзаларында тайпылыш - эс киткәндә, ташҡанда, ағыуланыу осрағында, эсәктә ҡорттар булғанда ла - уҫаҡ ҡайырыһын уңышлы ҡулланырға мөмкин.

Төнәтмәне нисек эшләргә?

1. Киптереп ваҡланған бер балғалаҡ ҡабыҡҡа бер стакан һыуыҡ һыу ҡойоп, һүлпән утта яйлап ҡайнатып сығарырға ла, өҫтөн ҡаплап, бер минут тоторға. Утты һүндергәс, уны төрөп, бер сәғәт төнәтәбеҙ. Сирҙе еңеүҙе күҙ уңында тотҡанда, бер эскәндә әҙерләнгәндең яртыһын ҡулланырға кәрәк: ас ҡарынға көнөнә ике тапҡыр. Дауаланыу ваҡыты, хәлегеҙгә ҡарап, бер аҙнанан бер айғаса.

2. Киптерелгән һәм онтаҡланған (он итеп тарттырылған) ярты балғалаҡ уҫаҡ ҡабығын ҡоро килеш ҡабып, артынан һыу йә сәй эсәбеҙ. Быны ашағандан һуң көнөнә ике-өс тапҡыр ҡабатлағанда һөҙөмтәле булыр. Дауаланыу ваҡыты - ике аҙна.

Бындай дауаланыу алымы, вирустарҙы үлтереүҙән тыш, ҡан тамырҙарын да таҙарта, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты ҡыуып сығара, тимәк, тән ауырлығын да кәметә.

Һәр дауаның кире яғы ла була. Мәҫәлән, эс ҡатҡанда был төнәтмәне ҡулланырға ярамай, шуның өсөн һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ.

Автор:
Читайте нас: