+24 °С
Ямғыр
Ғәләмәт шәп ҡамырҙы үҙебеҙ баҫып эҫе һәм хуш еҫле икмәк бешерәйек.
250 мл йылымыс һыуға шәкәр, әсетке, тоҙ һәм бер аҙ он һалып ҡабартып алабыҙ. Һыу "кәпәсләнергә" тейеш.
Унан 1 стакан үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы майонез һалып болғатабыҙ. Унан кәрәгенсә он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.
Был ҡамырҙан булочкалар, рогаликтар, пицца, бәлеш бешерергә була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!