+24 °С
Ямғыр


Алоэ гөлөн буйына ҡырҡып, ҡырҡылған, янған урынға һөртһәң, ул яраны бөтөрөр. Шулай уҡ алоэ һуты ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына ла ярап ҡала. Артриттан һәм артроздан, йүтәлдән, тымауҙан һәм тағы ла 20-30 сиргә шифа булып торор.
Әгәр алоэ сәскә атһа, ырым буйынса бик яҡшы. Йортоғоҙҙо, ғаиләгеҙҙе юғары көстәр һаҡлар. Бының өсөн ҡыуанығыҙ ғына.
Әгәр сәскәһе һарғая, кибә, һулый икән - уйланығыҙ. Өйөгөҙгә килгән кешеләрҙе һынап ҡарағыҙ, ҡылған ҡылыҡтарығыҙға баһа бирегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!