+21 °С
Болотло
Ауырығың килмәһә, ҡолағыңа массаж эшлә
📌Ҡолаҡтағы биологик актив нөктәләрҙе бер аҙ ыуалап, күп кенә ауырыуҙарҙы иҫкәртеп була.
❗Был массажды эшләгән саҡта ҡулығыҙ йылы булһын. Бының өсөн ҡулдарығыҙҙы тиҙ-тиҙ ыуалап, ҡыҙҙырып алығыҙ. Ике ҡолаҡты ла бер үк мәлдә ыуалағыҙ.
Техникаһы:
1. Ҡолаҡҡа массажды кәм тигәндә 1 минут эшләгеҙ. Актив нөктәгә 5 секундтай баҫып тороғоҙ. Бер аҙ йомшартығыҙ ҙа, йәнә ошолай ете тапҡыр ҡабатлағыҙ.
2. Күҙҙәрегеҙ ауыртһа, йәки арыған булһа — ҡолаҡ мөйөшөнөң үҙәк нөктәһенә баҫҡыслағыҙ.
3. Бауырға, бөйөргә һәм йөрәккә ярҙам итер өсөн ҡолаҡ япраҡтарының үҙәк тәрәнлектәге өлөшөн күрһәткес һәм урта бармаҡ менән ыуалағыҙ.
Һау-сәләмәт буығыҙ!