Файҙалы кәңәштәр
4 Апрель 2024, 12:06

Ауыҙҙа иреп торған рогаликтар

Был тәмееее генәәә рогаликты бешереү өсөн 400 г эремсек, 160 г аҡ май, 280 г он, 2 балғалаҡ разрыхлитель, тәменә ҡарап ванилин, 40 г шәкәр алына.  Башта барыһын бергә ҡушып...

Ауыҙҙа иреп торған рогаликтарАуыҙҙа иреп торған рогаликтар
Ауыҙҙа иреп торған рогаликтар

Ауыҙҙа иреп торған рогаликтар

Был тәмееее генәәә рогаликты бешереү өсөн 400 г эремсек, 160 г аҡ май, 280 г он, 2 балғалаҡ разрыхлитель, тәменә ҡарап ванилин, 40 г шәкәр алына. 

Башта барыһын бергә ҡушып (шәкәрҙән башҡаларын) йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Унан йоҡа ғына итеп йәйеп өсмөйөшләп ҡырҡып сығабыҙ. Рогаликты төргәндән һуң шәкәргә манып алабыҙ. 

Әҙер рогаликтарҙы пергамент ҡағыҙға һалып, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 

Бына ифтарға тәмлекәс әҙер. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас