Ҡамыр аштарын һәм дә тәмле-татлыны күп ашаһаң, ҡан ҡуйы була. Ә был йөрәккә ауыр була.
Ҡанды шыйығайтыу өсөн һәм дә иммунитетты нығытыу өсөн куркума төнәтмәһен эсегеҙ.
Ә төнәтмәне ярты балғалаҡ куркума, 1 стакан ҡайнар һыу менән эшләргә кәрәк.
Куркума өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтегеҙ.
Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөнә ҡойоп, ашарҙан 30 минут алда эсегеҙ.
Дауаланыу курсы 21 көн!
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.