+21 °С
Болотло
Картуф таяҡсалары
Был тәмлекәс өсөн 4-5 картуф, 2 аш ҡалағы крахмал, тәменә ҡарап тоҙ алына.
Картуф иҙмәһен бешереп алабыҙ ҙа тоҙ һәм крахмал ҡушып йәйәбеҙ.
Йәймәне таяҡсалар яһап, ҡырҡҡылайбыҙ.
Табаға күп итеп май ҡойоп, сәк-сәк кеүек бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!