Файҙалы кәңәштәр
25 Март 2024, 18:30

Йоҡлап булмаймы?

Бананды яратмаған кеше һирәктер ул. Татлы ла, туҡлыҡлы ла. Ммм...    Ә бына бананды «эсеп» татлы йоҡоға талып булғанын күптәр белмәйҙер әле. Банан һыуы тынысландыра, төндә уянмайынса йоҡлап була.   Бының өсөн органик банан кәрәк була. Сөнки был рецептта уның ҡабығы ла ҡулланыла.

Йоҡлап булмаймы?Йоҡлап булмаймы?
Йоҡлап булмаймы?

Бананды яратмаған кеше һирәктер ул. Татлы ла, туҡлыҡлы ла. Ммм... 

Ә бына бананды «эсеп» татлы йоҡоға талып булғанын күптәр белмәйҙер әле. Банан һыуы тынысландыра, төндә уянмайынса йоҡлап була.

Бының өсөн органик банан кәрәк була. Сөнки был рецептта уның ҡабығы ла ҡулланыла.

Ярты литр һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, ҡайнатырға ултыртығыҙ. Ҡайнап сығыу менән уттан алығыҙ. 

Бананды йыуығыҙ һәм ике яҡ осон ҡырҡығыҙ. Ҡайнап сыҡҡан һыуға һалығыҙ ҙа ҡапҡасын ябығыҙ. Шулай уҡ бананды тураҡлап һалырға ла була. 10 минут төнәтегеҙ ҙә һөҙөгөҙ. 

Бына мөғжизәле эсемлек әҙер. Бында тәмләтер өсөн дәрсен ҡушырға ла мөмкин. 

Банан һыуы ярҙам итһен өсөн йоҡлар алдынан 1-2 сәғәт алда эсегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас