Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2024, 09:00

Курага һәм ҡара емештән бәлеш

Был бәлеш өсөн 70 гр ҡоро сүпрә (әсетке), семтем тоҙ менән ванилин, 1 йомортҡа һарыһы менән 1 балғалаҡ һөт, 100 гр курага һәм 20 гр аҡ май кәрәк була. Әҙерләр өсөн башта һөткә әсетке, 1-2 балғалаҡ шәкәр һәм шулай уҡ миҡдарҙа он...  

Курага һәм ҡара емештән бәлешКурага һәм ҡара емештән бәлеш
Курага һәм ҡара емештән бәлеш

Курага һәм ҡара емештән бешерелә торған бәлеш өсөн: 

 

* 70 гр ҡоро сүпрә (әсетке); 

 

* семтем тоҙ менән ванилин; 

 

* 1 йомортҡа һарыһы менән 1 балғалаҡ һөт; 

 

* 100 гр курага;

 

* 20 гр аҡ май кәрәк була.

 

Әҙерләр өсөн башта һөткә әсетке, 1-2 балғалаҡ шәкәр һәм шулай уҡ миҡдарҙа он ҡушып болғатабыҙ ҙа 10 минуттай ултыртып торабыҙ. 

 

Был ваҡыт эсендә тағы бер һауыт алабыҙ. Он иләп һалабыҙ һәм май ҡушып ыуалайбыҙ. Шунда уҡ шәкәр менән бергә туҡылған йомортҡа ҡушабыҙ. Әсетке һалынған һөт тә күпсеп сыҡты шикелле. Он ҡатнашмаһына өҫтәйбеҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. 

 

Әҙер баҫылған ҡамырҙы 10 минуттай ял иттерәбеҙ. Унан таҡтаға һалып йәнә баҫып алабыҙ. Хәҙер инде ҡамыр ҡалҡҡанвн 1 сәғәттәй көттргә ҡалды. 

 

Ҡалҡып сыҡҡас ҡамыр әҙер була.

 

Әҙер ҡамырҙы матур итеп йәйәбеҙ һәм өҫтөн майлайбыҙ, дәрсен менән шәкәр һибәбеҙ. Шәкәрле ҡамыр өҫтөнә туралған курага менән ҡара емеште теҙеп сығабыҙ. 

 

Ҡамырҙы рулет итеп һаҡ ҡына төрәбеҙ. Әҙер рулеттың ярты яғын урталай ҡырҡабыҙ. Һүрәттә күренгәнсә. Унан ишәбеҙ. Хәҙер ҡалған яртыһын урталай ҡырҡып, йәнә лә ишәбеҙ. 

 

Ишелгән бәлеште балдаҡ формаһында уратып һалып, табаға күсерәбеҙ. 

 

Ҡалҡҡанын көтәйек. Таба тулырға тейеш. Ҡалҡҡан бәлештең өҫтөнә йомортҡа һарыһы м

 

Әҙер бәлеште 160 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30-45 минут тирәһе бешереп алабыҙ.  

 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас