Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2024, 11:00

Быуындар ойоп һыҙлаймы?

Был майҙы эшләү өсөн әсе борос кәрәк булыр. Әйткәндәй, был дауа радикулитка ла, миозитҡа ла, невралгияға ла, ревматизмға ла ярап ҡала.        10 әсе боро ҡуҙағын йыуып, ҡойроғон ҡырҡабыҙ ҙа ит турағыстан үткәрәбеҙ. Иҙелгән масса тулыр-тулмаҫ бер стакан килеп сығырға тейеш. Беҙ уны...

Быуындар ойоп һыҙлаймы?Быуындар ойоп һыҙлаймы?
Быуындар ойоп һыҙлаймы?

Быуындар ойоп һыҙлаймы? 

Боростан май эшлә! 

 

Был майҙы эшләү өсөн әсе борос кәрәк булыр. Әйткәндәй, был дауа радикулитка ла, миозитҡа ла, невралгияға ла, ревматизмға ла ярап ҡала. 

 

10 әсе боро ҡуҙағын йыуып, ҡойроғон ҡырҡабыҙ ҙа ит турағыстан үткәрәбеҙ. Иҙелгән масса тулыр-тулмаҫ бер стакан килеп сығырға тейеш. Беҙ уны 1 литрлыҡ банкаға ауҙарабыҙ ҙа өҫтөнә 2 стакан үҫемлек майын ҡоябыҙ. 

 

Ҡатнашманы ҡараңғы урында 1 аҙналай төнәтеп алабыҙ. Унан һөҙәбеҙ һәм ҡулланабыҙ. 

Һау-сәләмәт бул! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас