Файҙалы кәңәштәр
22 Март 2024, 12:12

Каланхоэ менән рецепттар

Күҙегеҙ ауыртамы? Стоматит яфалатамы? Экзема, дерматитмы?  Тәҙрә төбөндәге каланхоэ гөлө ярҙамға килер. Бының өсөн башта гөлдөң һутын әҙерләп алығыҙ.  Яңы үҫеп сыҡҡан япраҡтарын ҡырҡып, йыуығыҙ ҙа 5-7 көнгә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Унан иҙеп, һутын һығып алығыҙ. Был һутта 10 градустан һалҡыныраҡ урында һаҡларға була.   

КАЛАНХОЭ халыҡ медицинаһында  

⚪️ Яңы үҫеп сыҡҡан япраҡтарын ҡырҡып, йыуығыҙ ҙа 5-7 көнгә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Унан иҙеп, һутын һығып алығыҙ. Был һутта 10 градустан һалҡыныраҡ урында һаҡларға була. 

⚪️ Күҙ ауырыуҙары өсөн (блефариты, конъюнктивиты) түбәндәге рецепттарҙы ҡулланығыҙ: 
1:1 миҡдарҙа һутты һыу менән ҡушып, мамыҡты манып алығыҙ һәм күҙҙе йомған килеш, күҙ бәбәктәренә һалып, 10-15 минут ятып тороғоҙ. Был дауалау процедураһын 5 тапҡыр ҡабатларға була. Ошо уҡ ысул менән стоматит менән  пародонтозды дауаларға ла була. 

⚪️ Экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙарын дауалар өсөн май әҙрләгеҙ. Сынаяҡтың эсен спирт йәки араҡы менән һөртөп алығыҙ. Унан 30 мл каланхоэ һутын 50 г һыуһыҙ ланолинға ҡушып болғатығыҙ. Унан әҙ-әҙләп 50 г вазелинды ҡуша барығыҙ. Әҙер майҙы һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ә ланолин менән вазелинды мотлаҡ аптеканан һатып алығыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас