+24 °С
Ямғыр
Антибиотик зарарлы, тиҙәр. Уны бит хатта махсус рецепт менән генә һаталар.
Әйҙәгеҙ, беҙ зарарһыҙын, тәбиғи булғанын үҙебеҙ эшләп алайыҡ.
Тик быны саҡ ҡына хәлһеҙлек тойоу менән эсә башлар кәрәк. Һөйләштекме?
Шулай итеп, был коктейл өсөн яртышар балғалаҡ куркума менән имбирь, 1 балғалаҡ бал, 2 балғалаҡ лимон һуты, бысаҡ осонда ғына ҡыҙыл борос алына.
Барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа, 15 минутҡа ҡалдырып торабыҙ.
Бына хәҙер йылы һыуға һалып болғатабыҙ ҙа иртәнге аштан һуң 1 стакан эсеп ҡуябыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.