Файҙалы кәңәштәр
20 Март 2024, 15:06

Рукавта бешкән икмәк

 «Рукав»та элек тауыҡ менән картуфты ғына бешерә инек. Хәҙер икмәк тә бешереп ҡарайыҡ. Бер үк ваҡытта кетерләп тә тора, шулай уҫ һутлы ла була.  Башланаҡмы? 

Рукавта бешкән икмәкРукавта бешкән икмәк
Рукавта бешкән икмәк

🍞 «Рукав»та элек тауыҡ менән картуфты ғына бешерә инек. Хәҙер икмәк тә бешереп ҡарайыҡ. Бер үк ваҡытта кетерләп тә тора, шулай уҫ һутлы ла була. 

Башланаҡмы? 

 

🥣 Табаҡҡа 400 мл йылы һыу ҡоябыҙ ҙа 1,5 балғалаҡ шәкәр, әсетке, 2 балғалаҡ тоҙ, 650 г он һалып, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Унан әсетеп алабыҙ. 

Туҡмас таяҡ менән йәйәбеҙ ҙә 2 аш ҡалағы үҫемлек майын ҡойоп, һылайбыҙ. 

Унан төрөп, батон формаһында килтереп сығарабыҙ. 

Рукавҡа һалып, духовкаға оҙатабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас