+24 °С
Ямғыр
Сыр яратаһығыҙмы? Уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ.
Ул бик анһат ҡына эшләнә. Тәме «Село Зеленое» йәки «Фермерский» тигән сырҙы хәтерләтә.
Башланыҡмы?
1 литр һөткә ҡайнап сығыр алдынан 1 балғалаҡ тоҙ һәм 3 йомортҡа менән яҡшылап туҡылған магазин ҡаймағын төшөрөгөҙ.
Һүрән утта болғай-болғай һыуы айырылып сыҡҡанын көтөгөҙ. Унан 1-2 минут ҡайнаһын да, ваҡ тишекле дуршлагка ауҙарығыҙ.
Өҫтөнә ауырыраҡ әйбер һалып, баҫтарығыҙ. 12 сәғәт һыуы һарҡҡандан һуң, сыр әҙер була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!