Файҙалы кәңәштәр
19 Март 2024, 10:30

Баш мейеһенә ял була

Был осраҡ өсөн ике халыҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ:  ✔ ️ Бал + грек сәтләүеге Был ысул өсөн 5-6 грек сәтләүеген ваҡлап иҙеп, 2 балғалаҡ йүкә балын өҫтәр кәрәк. Унан яҡшылап болғатабыҙ. Шулай уҡ дәрсен (корица) менән имбир ҡушырға ла була. Иҙмәне бер тәүлек һалҡын урында тотабыҙ.  

Баш мейеһенә ял булаБаш мейеһенә ял була
Баш мейеһенә ял була

Баш мейеһе тамырҙарының торошон күҙәтәбеҙ

Был осраҡ өсөн ике халыҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ: 

✔ ️ Бал + грек сәтләүеге

Был ысул өсөн 5-6 грек сәтләүеген ваҡлап иҙеп, 2 балғалаҡ йүкә балын өҫтәр кәрәк. Унан яҡшылап болғатабыҙ. Шулай уҡ дәрсен (корица) менән имбир ҡушырға ла була. Иҙмәне бер тәүлек һалҡын урында тотабыҙ.

Әҙер дауаны ашарҙан 30 минут алда иртәнсәк, төш һәм кис 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ. 

✔️ Һуған һуты + бал 

250 мл йүкә балын 1/3 стакан һуған һуты менән бергә ҡушып болғатабыҙ. Был рецепт менән тамырҙарҙы таҙартып була. Шулай уҡ ул иммунитетты нығытыу өсөн дә бик файҙалы. Әҙер иҙмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1-әр аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас