Файҙалы кәңәштәр
18 Марта 2024, 10:00

Папилломанан эликсир

Папиллома, сөйәл тәнде баҫып алһа, унан ҡотолоу сараһын табыуы ҡыйын. Был проблеманан алоэ ярҙам итә.  2 аш ҡалағы алоэ һуты  1 аш ҡалағы алма һеркәһе (уксус)   

Папилломанан эликсирПапилломанан эликсир
Папилломанан эликсир

Папиллома, сөйәл тәнде баҫып алһа, унан ҡотолоу сараһын табыуы ҡыйын. Был проблеманан алоэ ярҙам итә. 

2 аш ҡалағы алоэ һуты 

1 аш ҡалағы алма һеркәһе (уксус) 

3 тамсы сәй ағасының майы 

1 балғалаҡ яңы һығылған лимон һуты 

1 балғалаҡ бал 

Ошоларҙың барыһын да бергә ҡушып болғатып, мамыҡҡа манып алығыҙ ҙа папиллома, сөйәл сыҡҡан урынға көнөнә 2 тапҡыр һөртөгөҙ. Был ысулды 2-3 аҙна ҡабатлағыҙ. 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим. 

Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас