+24 °С
Ямғыр
Кис мотлаҡ 1/3 стакан етен орлоғона 1 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға ултыртығыҙ. Ҡайнап сығыу менән һыу парына ултыртып, 2 сәғәт тотоғоҙ.
Унан 1 төн тәнәтеп, иртәнсәк һөҙөп алыр кәрәк була. 850 мл самаһы кеҫәлгә оҡшаған шыйыҡса килеп сығырға тейеш.
Был төнәтмәне 5 көн эсендә иртәле кисле ашарҙан алда, йәғни ас ҡарынға 1/3 стакан эсегеҙ.
Бына шулай, һәр кем үҙенең быуынына үҙе үк ярҙам итә ала. Тик иренмәҫ кәрәк.
Һау-сәләмәти булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.