Файҙалы кәңәштәр
13 Март 2024, 15:05

Ҡош теле

Ҡош телен ошо рецепт менән бешерһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Ауыҙҙа иреп торор.  Ҡамырҙы 350 гр он, семтем тоҙ, 1 балғалаҡ разрыхлитель,100 гр аҡ май, 1 йомортҡа, 100-130 гр һөт менән баҫалар. 

Ҡош телеҠош теле
Ҡош теле

Ҡош телен ошо рецепт менән бешерһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Ауыҙҙа иреп торор. 

 

350 гр он 

семтем тоҙ 

1 балғалаҡ разрыхлитель 

100 гр аҡ май 

1 йомортҡа 

100-130 гр һөт. 

 

Башта ҡоро ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Унан майҙы иретеп ҡоябыҙ, бер аҙ он менән болғатабыҙ ҙа йомортҡа төшөрәбеҙ. Һөт ҡушып, һығылмалы ҡамыр баҫабыҙ. 

 

Сиропты 200 мл һыу, 250 гр шәкәр, 2 аш ҡалағы бал һәм лимон һутын ҡушып эшләһәң, ҡатып, ағарып тормаҫ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас