Файҙалы кәңәштәр
13 Март 2024, 13:59

Гаймориттан – бер көндә

Бер көн һәм бер флакон пенициллин. Гайморитты дауалау өсөн тап ошолар кәрәк була.    Нисекме?    Рецептты уҡый һал.    Аптеканан бер флакон пенициллин (1000000 ед.) һәм пипетка һатып ал.    Дауаланыр өсөн өйҙән сығып йөрөргә кәрәкмәй торған бер көндө һайлап ал.

Гаймориттан – бер көндәГаймориттан – бер көндә
Гаймориттан – бер көндә

Бер көн һәм бер флакон пенициллин. Гайморитты дауалау өсөн тап ошолар кәрәк була. 

Нисекме? 

Рецептты уҡый һал. 

Аптеканан бер флакон пенициллин (1000000 ед.) һәм пипетка һатып ал. 

Дауаланыр өсөн өйҙән сығып йөрөргә кәрәкмәй торған бер көндө һайлап ал.

Пенициллинды ҡайнатып һыуытылған һыуҙы пенициллиндың шешәһе тултырып ҡой. 

Иртә менән ятҡан килеш танауыңдың ике тишегенә лә пипетканы тултырып пенициллин ҡатнашмаһын ҡой. Уңға-һулға башыңды борғолап, дарыуҙы танау буйына ебәрергә тырыш. 

Был процедураны һәр 30 минут һайын ҡабатлар кәрәк булыр. 

Был дауаланыу ысулында сылбырҙы өҙмәү мөһим. Ошолай иткәндә ауырыу һине ташлап китер.

Был рецептты тәҡдим иткән кеше ике флакон пенициллин тотоноп бөткән. Бына 40 йыл инде гаймориттың нимә икәнен дә онотҡан.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас