Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Март 2024, 12:20

Был тамсылар ҡанымды кислород менән байыта һәм йәшлегемде оҙайта

Тәүҙә үҙем эсә башлағайным, унан әсәйемде лә өйрәттем. Шуға күрәлер тием әсәйем 96 йәшенә тиклем, тайып йығылғанына тиклем бер ауырыманы. Ғүмеренең аҙағына тиклем ҡыҙҙырылған да, һимеҙ ҙә ризыҡты ашай алды, зиһен-аҡылы теүәл, хәтере шәп булды. Был хаҡта кешеләргә һөйләп бармайым, сөнки төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә, күҙ ҙә тейә...

Был тамсылар ҡанымды кислород менән байыта һәм йәшлегемде оҙайтаБыл тамсылар ҡанымды кислород менән байыта һәм йәшлегемде оҙайта
Был тамсылар ҡанымды кислород менән байыта һәм йәшлегемде оҙайта

Матурлыҡ серҙәре

Йәшлек серҙәрен белергә кем генә теләмәй икән? Ә мин уларҙы йыйып та барам. Һәм бының өсөн кешеләрҙе, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙәтеү ярҙам итә. Кемдер йылдар үтә бара ла, шул килеш ҡала, ә кемдер тиҙерәк ҡартая. Йәш булып ҡалған ханымдар менән аралашыу ҡайһы саҡта уларҙың серҙәрен аса биреп тә ҡуя.

Алтмышҡа яҡынлаған был ханыма ла 40-45 йәштән артыҡ йәште биреп булмай. Уларын да бик текләп-текләп ҡарағандан һуң. Серен һораһаң “гены такие” тип көлә лә ҡуя. Әсәһе лә ысынлап та бик йәш күренде. 96 йәшендә мәрхүмә булған инәйҙең йөҙөндә бер һыр булманы, үҙе төҙ баҫып йөрөй ине. Оҙағыраҡ та йәшәр ине, тайып йығылып, янбаш һөйәген һындырып, яҡты донъя менән хушлашты. Шулай ҙа мин был ханымдың да, әсәһенең дә оҙайлы йылдар бер системаны ҡулланғанын белә алдым.

- Оҙайлы йылдар перекись водороданы тамсылап эсәм. Тәүҙә үҙем эсә башлағайным, унан әсәйемде лә өйрәттем. Шуға күрәлер тием әсәйем йығылғанына тиклем бер ауырыманы. Ғүмеренең аҙағына тиклем ҡыҙҙырылған да, һимеҙ ҙа ризыҡты ашай алды, зиһен-аҡылы, хәтере теүәл булды. Был хаҡта кешеләргә һөйләп бармайым, сөнки төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә.

Мин доктор Неумывакиндың медицинаһы менән ҡыҙыҡһынып китеп, үҙемә оҡшатып ҡабул иттем. Уның төрлө рецептары бар, интернеттан уҡырға була. Үҙемә иң тәүҙә ҡабул итеп алғаным перекись водорода булды. Ул организмды кислород менән байыта һәм тулыһынса яңырта. Төрлө ауырыуҙарҙан (онкология, башҡа төрлө шештәр, һимереүҙән, ашҡаҙан сирҙәренән) эскәндәр ҙә бар.

Мин был хаҡта һөйләргә яратмайым. Сөнки, беренсенән, күҙ тейә. Икенсенән, миңә килешкән нәмә бөтә кешегә лә килешә тип әйтә алмайым. Өсөнсөнән, барыбер табип менән кәңәшләшергә кәрәктер.

Шулай итеп, был ханым водород перекисен былай тип эсә:

беренсе көн – 50 мл һыуға бер тамсы

икенсе көн – 50 мл һыуға 2 тамсы.

Өсөнсө көн – 50 мл һыуға 3 тамсы...

Ун көндә 10 тамсыға алып барып еткерә лә, 2-3 көн ял итә. Унан тағы беренсе тамсынан ҡабатлай. Шундай ялдар менән унар көн 4 курс эскәндән һуң 1 ай ял итә. Һәм тағы ҡабатлай. Йәйгеһен бер айҙа ғына ҡуллана. Бынан тыш. Битен йыуған һыуға 1-2 тамсы водород перекисы өҫтәй икән.

Бына шулай, дуҫтар, ә һеҙ үҙегеҙҙе нисек формала һәм һәр саҡ матур тотаһығыҙ? Серҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, бик шат булыр инек. Һау-сәләмәт һәм бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас