Файҙалы кәңәштәр
12 Март 2024, 07:11

Иң тәмле круассан

Ауыҙ асыу өсөн круассан бешерә башлағыҙ. Кискелеккә тәмлекәс әҙер булыр.  Был тәмлекәсте бешереү өсөн 250 мл йылы һөт, 2 йомортҡа, 100 г шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, әсетке, ванилин, 100 г аҡ май, 600 г он...

Иң тәмле круассанИң тәмле круассан
Иң тәмле круассан

Был тәмлекәсте бешереү өсөн: 

250 мл йылы һөт 

2 йомортҡа

100 г шәкәр

Ярты балғалаҡ тоҙ

Әсетке

ванилин 

100 г аҡ май 

600 г он

3 аш ҡалағы үҫемлек майы алына. 

Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Аҙаҡ үҫемлек майы менән тысҡып алабыҙ. 

Ҡамырҙың ҡалҡҡанын көтәбеҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Һәр ҡайһыһына аҡ май һөртәбеҙ. Унан һыуытҡысҡа 2 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. 

Хәҙер инде әҙер ҡамырҙы йоҡа итеп йәйәбеҙ ҙә өсмөйөш формаһында ҡырҡып сығабыҙ. Өсмөйөштөң аҫтынан ҡап урталай бәләкәй генә итеп ҡырҡабыҙ ҙа ике яҡҡа айырып өйрөлтәбеҙ. 

Круассандарға йомортҡа һарыһын һөртөп, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 25 минут самаһы бешереп алабыҙ. 

Круассандар бешкәнсе сироп әҙерләй торайыҡ. 

Сироп өсөн 65 мл һыу, 80 г шәкәр, 1 балғалаҡ лимон һуты алына. Һүрән утта сиропты ҡайнатып алабыҙ ҙа духовканан сыҡҡан круассандарҙың өҫтөнә һөртәбеҙ. 

Хәҙер крем әҙерләр өсөн ваҡыт етте. 400 мл һөткә 4 йомортҡа һарыһын, 100 г шәкәр, ванилин, 25 г кукуруз крахмалын ҡушып, һүрән утта болғата-болғата бешереп алабыҙ. Һыуынғас, махсус шприцҡа һалып, круассандар эсенә тығып сығабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас