+24 °С
Ямғыр
Был печенье, ысынлап та, бөкләп һалып ҡуйылған ҡулъяулыҡҡа оҡшаған.
Печеньеның ҡамырын 2 йомортҡа һарыһы, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 100 г йомшартылған аҡ май йәки маргарин, 1 балғалаҡ ванилле шәкәр, семтем тоҙ, 180-200 г он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Кремды 2 йомортҡа ағын (бүлмә температураһындағы) туҡый-туҡый 120 г шәкәрҙе яйлап ҡына ҡушып эшләйбеҙ.
Ҡамырҙы йоҡараҡ итеп йәйеп, түңәрәкләп ҡырҡып сығабыҙ. Эсенә крем һалып, һаҡ ҡына бөкләйбеҙ ҙә осон йәбештерәбеҙ. Унан ҡульяулыҡ кеүек йәнә уртаға бөкләп, противенға теҙеп һалабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!