+24 °С
Ямғыр
Күҙ төбө шешмәкләп торһа, түбәндәге үләндәр ярҙамға килер:
Йүкә менән рoмашка
Йүкә һәм ромашка сәскәләрен бер миҡдарҙа алып, бергә ҡушып бутайбыҙ. Унан 1 аш ҡалағы әҙер ҡатнашманы 2 стакан ҡайнар һыуға һалабыҙ ҙа һыу боҫонда 20 минут төнәтәбеҙ. Һыуынғас, һөҙәбеҙ.
Унан марляны манып алып, күҙгә 15 минутҡа һалып торабыҙ.
Ҡайын
Күҙгә ҡайын япраҡтарынан компресс эшләргә лә була. Бер ус ҡайын япрағын 2 стакан боҫрап ҡайнап ултырған һыуға һалабыҙ.унан һыу парында 20 минут төнәтәбеҙ. Һыуынғас марляға йәки мамыҡҡа манып, күҙгә 15 минутҡа һалып торабыҙ.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!