+24 °С
Ямғыр
Плитәлә һәм табала ғына бешкән 750-800 г он, 250 мл йылы һыу, 250 мл йылы һөт, яртышар балғалаҡ тоҙ менән шәкәр, әсетке, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була.
Башта йылы һыу менән һөт ҡушып, тоҙ, шәкәр, әсетке һалып болғатабыҙ ҙа яйлап ҡына ондо иләп ҡушабыҙ. Ҡамыр ҡалҡырға тейеш.
Унан табаға һалып, йәнә ҡалҡҡанын көтәбеҙ.
Ҡалҡҡан икмәктең өҫтөнә ҡапҡас ябып, һүрән утҡа ултыртабыҙ.
Аҫты бешкәндән һуң әйләндерәбеҙ. Тик был юлы ҡапҡасһыҙ бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!