Файҙалы кәңәштәр
8 Март 2024, 07:51

Байрам табынына – «Ричард» салаты

РИЧАРД» салаты    🥗 200 г һыйыр ите    🥗 2 уртаса ҙурлыҡтағы бешкән картуф   🥗 60 г грек сәтләүеге   🥗 1 банка кукуруз   🥗 3 бешкән йомортҡа 🥗 гранат

 «РИЧАРД» салаты 

🥗 200 г һыйыр ите 

🥗 2 уртаса ҙурлыҡтағы бешкән картуф

🥗 60 г грек сәтләүеге

🥗 1 банка кукуруз

🥗 3 бешкән йомортҡа

🥗 гранат

🥗 1 уртаса ҙурлыҡтағы бешкән

🥗 майонез

 

 

Кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. 

Сәтләүекте тураҡлайбыҙ. 

Йомортҡаны эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ.

Итте шаҡмаҡлап турайбыҙ. 

Картуфты эре ҡырғыстан үткәребеҙ. 

Ҙууур ғына тәрән тәрилкәгә аш пленкаһын һалып, ошолай итеп ҡаттарҙы һалабыҙ: кишер-сәтләүек-кукуруз-йомортҡа-ит-картуф.

Һай тәрилкә әҙерләйбеҙ ҙә салатты шунда түңкәреп ултырабыҙ. Пленканы ысҡындырып алабыҙ . 

Унан өҫтөнә майонез һылап, гранат емештәре менән биҙәйбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас