

Бөгөн һәр өсөнсө кеше аяғында сорсайып сығып торған һөйәк проблемаһы менән аптырана. Уны операция ярҙамында ғына бөтөрөп була тиҙәр. Әгәр операцияға сиратҡа баҫып өлгөрмәһәгеҙ, йәки барырға йыйынып ҡына йөрөһәгеҙ, түбәндәге ысулды ҡуллана алаһығыҙ.
Бының өсөн «Хлорофиллипт» майлы иҙмәһен аптеканан алығыҙ. Шулай уҡ «Димексид», боҫлама (компресс) өсөн мамыҡ, 5 мл шприц, иҙмәне әҙерләү өсөн пластик стакан йәки башҡа төрлө һауыт кәрәк була.
Шприцты алып 3 кубик «Хлорофиллипт» майлы иҙмәне һурып алығыҙ. Уны пластик стаканға ҡойоғоҙ. Унан 1 кубик «Димексида» алып ҡушығыҙ. Икеһен бергә бутағыҙ.
Был майлы иҙмәне мамыҡҡа манып алығыҙ ҙа сорсайып торған һөйәккә һалығыҙ.
Был процедураны 15-шәр минут иртәле-кисле ҡабатлағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Интернет селтәренән алған булған рецепттарҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ!