Файҙалы кәңәштәр
6 Март 2024, 07:15

Төрөксә бәлеш

Әйҙәгеҙ, төшкөлөккә фарш менән төрөксә бәлеш бешерәйек. Рецебына ҡарағанда еңел генә күренә.  Бәлешкә 400 г сүпрәһеҙ ҡатлы ҡамыр, 500 г фарш, 2 баш һуған, 150 г сыр, ҡурыу өсөн етерлек үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ, борос, өҫтөнә һылау өсөн йомортҡа һарыһы, биҙәү өсөн аҡ, ҡара кунжут орлоғо алына. 

Төрөксә бәлешТөрөксә бәлеш
Төрөксә бәлеш

Бәлешкә

400 г сүпрәһеҙ ҡатлы ҡамыр,

500 г фарш,

2 баш һуған,

150 г сыр,

ҡурыу өсөн етерлек үҫемлек майы,

тәменә ҡарап тоҙ, борос,

өҫтөнә һылау өсөн йомортҡа һарыһы,

биҙәү өсөн аҡ, ҡара кунжут орлоғо алына. 

Ҡамырҙы йәйеп, оҙонса итеп ҡырҡып сығығыҙ. Унан һәр йәймәгә фарш һалып төрөгөҙ. 

Унан рулет итеп төрөп табаға һалығыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һарыһы һылап, кунжут һибегеҙ. 

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30-45 минут бешереп алығыҙ. 

ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас