+24 °С
Ямғыр
Атеросклерозды булдырмаҫ өсөн кардамон менән сәй эсергә кәңәш ителә. Кардамон ҡандағы холестерин кимәлен кәметә һәм ҡан тамырҙарын ултырмаларҙан таҙартырға ярҙам итә.
Эсемлек әҙерләү өсөн һеҙгә 1,5 литр һыу, 3 балғалаҡ ҡара сәй, 3 ҡап кардамон һәм 1 аш ҡалағы һөт (теләһәгеҙ) кәрәк буласаҡ.
Һыуҙы ҡайнатабыҙ, ҡара сәй һәм ҡоро кардамон ҡумталарынан алынған порошокты өҫтәйбеҙ.
Теләһәгеҙ, һөт ҡушырға була. Шунда уҡ уттан алабыҙ.
Ҡапҡасын ябып, 5-10 минуттай төнәтәбеҙ.
Эсемлек бер аҙ һыуынғас, уны бал менән тәмләп эсергә мөмкин.
Сәйҙе көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда йәки ашағандан һуң 1 сәғәт үткәс 200-әр мл эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!