Файҙалы кәңәштәр
5 Март 2024, 12:11

Батшалар бәлеше

Әйҙәгеҙ кискелеккә тәмлеее генә бәлеш бешерәйек. Исеме лә уның матур ғына: «Батшалар бәлеше» тип атала.  Эслек өсөн 350 г эремсек, 3 йомортҡа, 100 г шәкәр, 70 г ҡаймаҡ, 3 г ванилин, 2 балғалаҡ кукуруз крахмалы алына. 

Батшалар бәлешеБатшалар бәлеше
Батшалар бәлеше

Эслек өсөн 350 г эремсек, 3 йомортҡа, 100 г шәкәр, 70 г ҡаймаҡ, 3 г ванилин, 2 балғалаҡ кукуруз крахмалы алына. 

Ҡамырҙы 280 г он, 2 аш ҡалағы какао, ярты балғалаҡ разрыхлитель, семтем тоҙ, 100 г шәкәр, 180 г аҡ май менән баҫыла. 

Башта ҡамыр ингредиенттарын ҡушып болғатабыҙ. Ҡоро ҡамыр килеп сығырға тейеш. 

Эслекте лә бергә ҡушып болғатып әҙерләйбеҙ. 

Формаға пергамент ҡағыҙ түшәп, башта яртыһынан күберәген һалабыҙ. Унан эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөн ҡалған ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. 

Бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минутта бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас