Файҙалы кәңәштәр
4 Март 2024, 07:32

Төшкөлөккә – Бухләүәш

Ашың еңел дә, тиҙ ҙә әҙерләнһен тиһәң, ләүәш һатып ал. Һуңғы осорҙа ләүәштән әҙерләнгән ризыҡтар беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп инде.    Бухләүәш әҙерләр өсөн 2 ләүәш, 300 г сыр, 400 г фарш, 2 йомортҡа (береһе - фаршҡа, икенсеһе

Төшкөлөккә – БухләүәшТөшкөлөккә – Бухләүәш
Төшкөлөккә – Бухләүәш

Ашың еңел дә, тиҙ ҙә әҙерләнһен тиһәң, ләүәш һатып ал. Һуңғы осорҙа ләүәштән әҙерләнгән ризыҡтар беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп инде. 

Бухләүәш әҙерләр өсөн 2 ләүәш, 300 г сыр, 400 г фарш, 2 йомортҡа (береһе - фаршҡа, икенсеһе һылар өсөн), тәменә ҡарар тоҙ, борос алына. Теләк булғанда кунжут орлоғо менән биҙәргә мөмкин. 

Башта ләүәштең береһен һалып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ. Унан икенсе ләүәште һалып, фарш һылайбыҙ. 

Хәҙер инде уны рулет итеп төрәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡа туҡып һылап, сыр, кунжут орлоғо һибеп, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас