1-2 айҙан сәс тамырынан яңылары үҫә башлар.
Эйе, яңылыш уҡманығыҙ. Был гәрсис ҡулланған рецепттан сәс төбөнән тырпайып яңылары үҫеп сығыр. Сәс ҡойолоуы ла туҡтап ҡалыр.
Рецептҡа ярашлы
*2 аш ҡалағы гәрсис
* 2 аш ҡалағы шәкәр
* 1 йомортҡа һарыһы
* 2 аш ҡалағы дегәнәк (персик, жожоба, зәйтүн, етен) майы кәрәк була.
Гәрсисте шәкәр менән бутап, башта 2 аш ҡалағы ҡайнар һыу менән бешереп алалар, унан йомортҡа һарыһы менән май өҫтәйҙәр.
Әҙер ҡатнашманы баш тиреһенә сәсте ҡайырып һала-һала һөртөп сығалар.
Башығыҙҙы таҫтамал менән уратып 15 минут тотоғоҙ. Әйткәндәй, был ваҡытты яйлап ҡына ваҡыт үтеү арттырып барырға ла була.
Сәстәге масканы башта йылы һыу менән сайып төшөрөгөҙ ҙә, шунда уҡ һалҡынса һыу менән сайҡатығыҙ.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!