Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Март 2024, 07:45

Тауыҡ ите менән макарондан запеканка

Был запеканка өсөн 200 г макарон, 2 баш һуған, 1 кишер, 150 г татлы борос, 200-250 г бешкән тауыҡ ите, 2-3 йомортҡа, 300 мл һөт, 100 г сыр, тоҙ, ҡара борос, йәшелсә, 3 теш һарымһаҡ кәрәк була.    Макаронды ҡайнаған тоҙло һыуҙа 2-3 минут бешереп алабыҙ ҙа һыуын һарҡытып, майлайбыҙ. 

Тауыҡ ите менән макарондан запеканкаТауыҡ ите менән макарондан запеканка
Тауыҡ ите менән макарондан запеканка

Был запеканка өсөн 200 г макарон, 2 баш һуған, 1 кишер, 150 г татлы борос, 200-250 г бешкән тауыҡ ите, 2-3 йомортҡа, 300 мл һөт, 100 г сыр, тоҙ, ҡара борос, йәшелсә, 3 теш һарымһаҡ кәрәк була. 

Макаронды ҡайнаған тоҙло һыуҙа 2-3 минут бешереп алабыҙ ҙа һыуын һарҡытып, майлайбыҙ. 

Һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ, боросто һаламлап турайбыҙ. 

Һуғанды ҡурып алабыҙ. Шунда уҡ борос, кишерҙе төшөрәбеҙ. Тоҙлап-борослап, бешереп алабыҙ. Бешер-бешмәҫ элек уттан алабыҙ. Аҙаҡ ваҡ итеп туралған һарымһаҡ өҫтәр кәрәк булыр. 

Итте ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп турайбыҙ. 

Йомортҡаға һөт ҡушып туҡыйбыҙ. Ошонда уҡ йәшелсә, ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалабыҙ. Тоҙ, борос ҡушабыҙ. 

Әҙер формаға ҡатлап макарон, йәшелсәләр, ит теҙеп һалабыҙ. Иң аҙаҡ һөтлө иҙмәне ҡоябыҙ. 

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас