+24 °С
Ямғыр
Формаға тәүҙә ләүәште һалабыҙ. Унан өҫтөнә иҙелгән картуф. Тағы ләүәш, өҫтөнә май һөртәбеҙ, унан ҡыҙҙырылған кишер һәм һуғанды һалабыҙ. Тағы бер ҡат ләүәш һалып, өҫтөнә май һөртөп ҡыҙҙырылған йәки тоҙло бәшмәк һалабыҙ. Тағы бер ҡат ләүәш һалып өҫтөнә ҡырылған сыр һалабыҙ. Духовкала 15 минутта әҙер була. Тәмле булһын!