Файҙалы кәңәштәр
2 Март 2024, 07:05

Тиҙ генә әҙер булыр

Төшкөлөккә ошолай тиҙ генә духовкала картуф бешереп ашарға була. Ғаиләгеҙ моғайын да һеҙҙең тырышлығығыҙҙы баһалар.    Бының өсөн 4-5 картуф, 1 кишер, 2 помидор, тауыҡ ите кәрәк була. 

Тиҙ генә әҙер булырТиҙ генә әҙер булыр
Тиҙ генә әҙер булыр

Төшкөлөккә ошолай тиҙ генә духовкала картуф бешереп ашарға була. Ғаиләгеҙ моғайын да һеҙҙең тырышлығығыҙҙы баһалар. 

Бының өсөн 4-5 картуф, 1 кишер, 2 помидор, тауыҡ ите кәрәк була. 

Башта картуфты, кишерҙе әрсейбеҙ, помидорҙы йыуабыҙ. Унан барыһын да эре итеп турайбыҙ. Тауыҡ итен турап маринадлайбыҙ. 

Булған ингредиентты бергә ҡушып болғатабыҙ һәм 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 40-50 минутҡа оҙатабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас