Файҙалы кәңәштәр
2 Март 2024, 08:45

Күп ауырыуға дауа

Был төнәтмәне эскәндән һуң матдәләр алмашыныуы яҡшырыр, тәндәге май һәм эзбиз ҡатламы таҙарыр. Тамырҙар һығылмалы булып ҡалыр. Ә был, үҙ сиратында, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына профилактика булыр. Күҙҙе яҡшырта, тәнде йәшәртә.    Бының өсөн 100 г ромашка, 100 г һары мәтрүшкә, 100 г үлмәҫ гөл, 100 г ҡайын бөрөһөн кофемолкала иҙеп алабыҙ.    Үлән порошогын эмалле кәстрүлгә һалып ҡуябыҙ.

Күп ауырыуға дауаКүп ауырыуға дауа
Күп ауырыуға дауа

Был төнәтмәне эскәндән һуң матдәләр алмашыныуы яҡшырыр, тәндәге май һәм эзбиз ҡатламы таҙарыр. Тамырҙар һығылмалы булып ҡалыр. Ә был, үҙ сиратында, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына профилактика булыр. Күҙҙе яҡшырта, тәнде йәшәртә. 

Бының өсөн 100 г ромашка, 100 г һары мәтрүшкә, 100 г үлмәҫ гөл, 100 г ҡайын бөрөһөн кофемолкала иҙеп алабыҙ. 

Үлән порошогын эмалле кәстрүлгә һалып ҡуябыҙ.

Кис 1 аш ҡалағы ҡатнашманы ярты литр ҡайнар һыуға һалабыҙ. 20 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙәбеҙ. 

1 стакан төнәтмәгә 1 балғалаҡ бал һалып болғатабыҙ.

Киске аштан һуң ошоно эсәбеҙ. Бынан һуң бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. 

Иртәнсәк һыу парында ҡалған төнәтмәне йылытабыҙ ҙа шулай уҡ 1 балғалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ ҙа эсәбеҙ. 

Ошо рәүешле ҡатнашма бөткәнсе көн һайын ҡабатлайбыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас