+21 °С
Облачно
Барлыҡ зарарлы матдәләр йылдар уҙыу менән быуынға тоҙ булып ултыра. Ошонан килә инде терһәк, тубыҡтың ауыртып һыҙлауы. Шуға ла һәр проблемаға ваҡытында иғтибар итәйек. Юғиһә аҙаҡ һуң булыуы ихтимал.
Бына рецепт:
5 грамм лавр япрағын 300 мл һыуға һалып, 5 минут ҡайнатабыҙ.
Унан термосҡа ҡойоп, 3 - 4 сәғәт төнәтәбеҙ. Бынан һуң һөҙөп алабыҙ.
Был төнәтмәне 12 сәғәт дауамында эсеп бөтөрөү кәрәк.
Ошо рәүешле 3 көн төнәтмә эшләп эсәбеҙ. Унан 1 аҙна ял итәбеҙ. Йәнә ҡабатлайбыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.